Найти тему
Башҡортостан гәзите

Туғандаш халыҡтар араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу билдәһе итеп ағас ултыртылды

Беларусь Республикаһындағы Рәсәйҙең Сауҙа вәкиллегендәге Башҡортостан Республикаһы вәкиле Константин Климин Беларусь Яҙыусылар союзы рәйесенең беренсе урынбаҫары Елена Стельмах һәм “Шишмә” татар-башҡорт мираҫы ойошмаһы вәкилдәре менән берлектә Минск ҡалаһының Милли китапханаһы янындағы Яҙыусылар аллеяһында Көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙары араһындағы тәүге романист Һәҙиә Дәүләтшина хөрмәтенә ҡайын ағасы ултыртылды. Уның эргәһендә тағы бер үҫенте урын алды – ул Беларустың арҙаҡлы яҙыусыһы Пимен Панченко иҫтәлегенә. Ағас ултыртыу Беларусь Республикаһында Башҡортостандың Әҙәбиәт көндәрендә планлаштырылғайны, тик насар һауа торошона бәйле ул ноябргә күсерелгән. Ағас ултыртыу тантаһында Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтың хаты уҡып ишеттерелде: “Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшина – Башҡортостан әҙәбиәтендә сағыу фигураларҙың береһе. Ул 1936 йылда Минскиға СССР Яҙыусылар Пленумына делегат булып килгән һәм ике туғандаш халыҡтың әҙәби дуҫлығына нигеҙ һалған башҡорт яҙыусыларының береһе. Һәҙиә Дәүләтшина белорус яҙыусыларының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүҙә әүҙем эшләй. 1937 йылда репрессияланған кешенең ҡатыны булараҡ төҙәтеү лагерына оҙатыла. 1942 йылда күп хикәйә һәм повесть авторын, уҡытыу һәм яҙыу эшмәкәрлеген тыйып, Бөрөгә ебәрәләр. Исеме үлгәндән һуң ғына, 1957 йылда, аҡлана. Һәм бына ошондай күп йәбер-ыҙалауҙар кисереп, 87 йылдан һуң, йәнә ул Минскиға “килде”. Ул был ҡаланы йәмләр өсөн “килде”. Был ваҡиғаның Беларуста үткән Башҡортостандың Әҙәбиәт көндәре сиктәрендә атҡарылыуы ҡыуаныслы...”