Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Беҙҙең стендҡа рәхим итегеҙ!

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы. “Иртәгә Мәскәүҙә ВДНХ-ла “Рәсәй” Халыҡ-ара күргәҙмә-форум асыла. Башҡортостан стендын әҙерләү бөткән тиерлек, кисә һуңғы эштәр башҡарылды. Беҙҙең майҙансыҡ иң тәьҫирле һәм креатив булырына ышанам. Кәңәшмә үткәрҙем, унда “Рәсәй” күргәҙмәһендә Башҡортостан стенды эшен ойоштороу бурыстары ҡаралды. Ул 4 ноябрҙә асыла һәм 2024 йылдың 12 апрелендә тамамлана. Программа бөтә осорҙа ла тулы һәм уйланылған булырға тейеш. Күргәҙмәгә килеүселәр араһында Рәсәйҙең баш ҡалаһы кешеләре лә, бөтә донъянан ҡунаҡтар ҙа буласаҡ. Һәм беҙгә максималь рәүештә Башҡортостандың мөмкинлектәрен күрһәтергә кәрәк – мәҙәни, сәнәғәт, инвестиция йәһәтенән, шулай уҡ төбәгебеҙҙең үҙенсәлеген тойҙороу мөһим. Стенд шундай итеп проектланған, ул республиканың әлеге ҡаҙаныштарын ғына күрһәтеп ҡалмай, ә “киләсәккә тәҙрә”не лә күрһәтә – беҙҙең стратегия, перспективалар, пландар тураһында һөйләй. Күргәҙмә программаһында тематик аҙналар һәм төбәктәр көнө планлаштырылған. Ял көнө, 3 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы көнө буласаҡ. Башҡорттарға хас ҡунаҡсыллыҡ һәм ихласлыҡ менән коллегаларҙы, партнерҙарҙы, ҡунаҡтарҙы ҡаршы аласаҡбыҙ. Улар өсөн ҡыҙыҡлы эшлекле өлөш әҙерләнек. Беҙҙең билдәле артистарыбыҙ сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, гастрофестиваль, аҙыҡ-түлек йәрминкәһе менән ҡыуандырасаҡбыҙ. “Рәсәй” күргәҙмәһе сиктәрендә Башҡортостандан уҡыусылар һәм студенттар өсөн экскурсиялар ойоштороласаҡ, 2500 бала был үҙенсәлекле экспозицияны күрәсәк. Беренсе төркөм, ә ул 50 бала, күргәҙмәне асыу көнөндә буласаҡ, шул иҫәптән “Берлога” уйыны амбассадорҙары. Күргәҙмәлә аҙна һайын тематик көндәр үтәсәк. Мәҫәлән, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт аҙналыҡтары, шулай уҡ Башҡорт Ҡыш Бабайына арналған көндәр үтәсәк. Бөтәһен дә беҙҙең стенд янында көтәбеҙ”, – тип яҙҙы ул. Фото: А. Назаровтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.