Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Башҡа төбәк яугирҙәре беҙгә көнләшеп ҡарай..."

Махсус хәрби операция башланғас, күп яҡташыбыҙ Тыуған ил һағына баҫты. Әбйәлилдән “Аркадий” позывнойлы яугир ҙә ошо хаҡта уйлана башлай. Республикала Александр Доставалов исемендәге батальон ойоштороуҙарын ишетеү менән ул, тәүгеләрҙән булып, уның сафтарына яҙыла. Ҡатыны уның теләген шунда уҡ хуплай, ә әсәһенең ебәргеһе килмәй. Биш бала атаһы булғас, “Аркадий”ҙы былай ҙа хәрби хеҙмәткә саҡырмаҫтар ине. Шуға ла ул туғандарына әйтмәй, ҡасып китә. Яңыраҡ ялға ҡайтҡан сағында үҙе ошо хаҡта һөйләне. – Махсус хәрби операцияның тиҙ генә тамамланмаясағы аңалашыла ине. Доставалов батальонын ойошторғандарын белгәс тә, мобилизацияны көтөп ятҡансы тип, ысын ир-егет булараҡ, үҙ теләгем менән киттем. Туғандар ҡаршы ине, шуға ла ҡасып, үҙемдең район аша түгел, ә Учалы хәрби комиссариаты аша документтарҙы тапшырҙым, – ти яугир. Доставалов батальонының тәүге яугирҙәре, 300-ҙән ашыу ирекмән, былтыр 13 июндә Әлкәлә йыйыла. Унда егеттәрҙе баштан-аяҡ кейендерәләр. Бер нисә көндән Түбәнге Новгород ҡалаһына хәрби әҙерлеккә ебәрәләр. – Беҙ ике ай хәрби әҙерлек үттек. Шунда уҡ бирешеп, кире ҡайтып киткәндәр ҙә булды. Был күнекмәләрҙең яуҙа файҙаһы тейҙе. Бында беҙ, республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған ирекмәндәр, бер-беребеҙ менән яҡындан таныштыҡ, шулай уҡ кемдең кем икәнен, кемдән нимә көтөргә мөмкин булғанын яҡшыраҡ беләһең, – ти “Аркадий”. – Дуҫ яуҙа һынала, тиҙәр. Шул дөрөҫмө? – тип һорамайынса ла булдыра алманым. – Бик дөрөҫ әйтелгән әйтем. Ысынлап та, дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек яуҙа һынала. Беҙҙең башҡорт егеттәре бер-береһе менән татыу. Командирҙар - үҙебеҙҙең егеттәр, махсус белемле хәрби офицерҙар. Улар ҙа беҙҙең өсөн ышаныслы терәк булып тора. Командирҙарыбыҙҙың тәжрибәле булыуы һөҙөмтәһендә беҙҙең батальонда тәүге көндәрҙән үк тәртип булды. Улар һуғыш тактикаһын дөрөҫ ойоштора, шуға ла беҙҙең батальонда юғалтыуҙар ҙа һирәк була. Ә бәхетһеҙ осраҡтар көтөлмәгәндә килеп тыуа инде, һуғыш бит. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуыбыҙға йыл ярым ваҡыт үтте, ошо ваҡытта сафта иң тоғро яугирҙәр ҡалды, Ватан өсөн баш һалды, тип әйтер инем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хеҙмәттән баш тартыусылар ҙа булды. Бында өйрәндем, ялға ҡайтҡанда ла уйым менән яуҙағы егеттәр янында, – ти ул. “Аркадий” һөйләүенсә, беҙҙең республика Ватан һаҡсыларын онотмай. – Башҡортостан Республикаһы яугирҙәре өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырырға тырыша. Әле иң яҡшы тәьминәт беҙҙә. Эш хаҡы түләнә, уға өҫтәп республиканан түләүҙәр килә. Кейемгә лә ҡытлыҡ юҡ, уларҙың да иң яҡшыһы беҙҙә. Шуға ла башҡа төбәктәрҙең яугирҙәр көнләшеп ҡарай, беҙгә күскеләре килә, – ти ул. Яугир ялға ҡайтҡан саҡта бер нисә ауылдаш егетте күреп: “Эсеп йөрөгәнсе, тегендә файҙағыҙ тейһен, махсус хәрби операцияға барығыҙ”, – тип әйтеп сығыуы тураһында ла уртаҡлашты. Тыуған еренән көс-дәрт алып, махсус хәрби операцияға юлланған егетте хеҙмәт урынында һөйөнөслө яңылыҡ көткән. Уға “Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальондың ҡаһарманлыҡ билдәһе” миҙалын тапшырғандар. Кем белгән беҙҙең заман ир-егеттәренә лә ошондай һынау алдына баҫырға тура килерен. Әммә Ватаныбыҙға ҙур хәүеф тыуғас, “Аркадий” кеүек ҡыйыу йөрәкле илһөйәрҙәр алғы сафҡа баҫты. Рәхмәт уларға! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Теләге булғандар берҙәм белешмә номеры буйынса 117, Ситуация үҙәгенә 122 йәки +7 (347) 218-19-19 йәки “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына, йәки башбат.рф сайтына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа һәм Өфөләге хәрби комиссариат һайлап алыу пунктына (Революция урамы, 156 адресы буйынса) килергә мөмкин. Рәмилә Мусина фотоһы.