Найти тему
Башҡортостан гәзите

Арыһаң – һүрәт төшөр!

Кешенең күңел торошо төрлөсә булып киткән саҡтар була. Психотерапевтар, әҙәм балаһының күңел халәтен ипкә килтереүгә дарыуҙан бигерәк... сәнғәт, ижад ярҙам итә, тигән фекерҙә. Бер ҡараһаң – илағың, икенсе ҡараһаң – көлгөң килә йә сикһеҙ һағышҡа бирелеп, үҙ уйҙарыңа батһаң, ҡулыңа эш бармаһа, алдыңа төҫлө ҡәләм йә буяуҙар, балсыҡ һал да – алға, кисерештәреңде тәртипкә һалырға! Бына ҡайһы бер кәңәштәр. Арыһаң – сәскә, ә һағыш тойғоһон баҫам тиһәң йәйғор төшөр. Берәй ерең ауыртһа – һындар әүәлә. Хәүеф тойғоһо кисерһәң – сепрәктән уралған ҡурсаҡ, борсолһаң – оригами эшлә. Көсөргәнеш биләп алһа – биҙәктәр, төшөнкөлөк тойғоһо булһа – юлдар, тиҙ генә хәл йыйғың килһә – тәбиғәт күренештәрен һүрәт ит. Үҙ-үҙеңде аңлай алмаһаң – автопортрет эшлә. Маҡсатыңа ирешкең килһә – селтәр менән сәпте төшөр. Автор фотолары.