Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы Фәнис Хөсәйенов тураһында патриотик анимация фильмы төшөрә башлаған. Халыҡ геройына әйләнеп өлгөргән егет махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булғайны. Киноны билдәле мультипликатор Дамир Мөхәмәтйәров төшөрәсәк, уның менән ике контракт төҙөлгән. – Беҙҙә патриотик фильм төшөрөү идеяһы тыуғас, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова уны хупланы. 10 минутлыҡ анимация фильмын 2024 йылда экрандарға сығарырға планлаштырабыҙ, – тине “Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әминев. Дамир Мөхәмәтйәров әйтеүенсә, ысын халыҡ геройына әйләнгән Фәнис тураһында мәғлүмәтте улар рәсми сығанаҡтарҙан йыйған. – Сценарийҙы күмәкләп уның тураһында баҫылған мәғлүмәттәрҙе табып яҙҙыҡ. Аҙаҡ күп тапҡыр киностудияла корректорҙарға күрһәттек, аҙаҡ шул сценарий буйынса анимация яһай башланыҡ. Хәрби техникаға бәйле анимация 3D-ла эшләнәсәк. Йәнһүрәт үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн булдырыла, – тине ул. Фото: социаль селтәрҙәр.