Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

30 йәшлек пассажир автомобилдә янып үлгән

2 ноябрҙә кисен Р-240 Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 75-се километрында, Марс ҡасабаһы янында, “КамАЗ” һәм “Лада Ларгус” ҡатнашлығында ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Бәрелешеү шул тиклем көслө була, хатта “Лада Ларгус”тың автомобиле түңкәрелеп, янып китә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре ваҡиға урынына килеп, утты һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Лада Ларгус”тың дүрт пассажиры йәрәхәтләнгән, дауаханаға оҙатылған, 30 йәшлек пассажир автомобилдә янып үлгән. "КамАЗ"дың 38 йәшлек водителе зыян күрмәгән. Шулай уҡ кисә Салауат ҡалаһында 68 йәшлек ир "Мазда СХ-5" автомобилендә йәйәүлеләр үткәүеленән сығып барған 83 йәшлек ирҙе тапатҡан. Ир шунда уҡ һәләк булған. Сибай ҡалаһында 40 йәшлек ир "Nissan X-Trail" автомобилендә кәртәгә барып төкөлгән һәм урындағы дауахананың реанимация бүлегендә вафат булған. Тиҙлек режимын үтәгеҙ, алдағы автомобилде уҙып киткән саҡта һаҡ булығыҙ, дистанцияны һаҡлағыҙ, рулдә барғанда гаджеттар, телеф

2 ноябрҙә кисен Р-240 Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 75-се километрында, Марс ҡасабаһы янында, “КамАЗ” һәм “Лада Ларгус” ҡатнашлығында ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Бәрелешеү шул тиклем көслө була, хатта “Лада Ларгус”тың автомобиле түңкәрелеп, янып китә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре ваҡиға урынына килеп, утты һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Лада Ларгус”тың дүрт пассажиры йәрәхәтләнгән, дауаханаға оҙатылған, 30 йәшлек пассажир автомобилдә янып үлгән. "КамАЗ"дың 38 йәшлек водителе зыян күрмәгән. Шулай уҡ кисә Салауат ҡалаһында 68 йәшлек ир "Мазда СХ-5" автомобилендә йәйәүлеләр үткәүеленән сығып барған 83 йәшлек ирҙе тапатҡан. Ир шунда уҡ һәләк булған. Сибай ҡалаһында 40 йәшлек ир "Nissan X-Trail" автомобилендә кәртәгә барып төкөлгән һәм урындағы дауахананың реанимация бүлегендә вафат булған. Тиҙлек режимын үтәгеҙ, алдағы автомобилде уҙып киткән саҡта һаҡ булығыҙ, дистанцияны һаҡлағыҙ, рулдә барғанда гаджеттар, телефондар менән мауыҡмағыҙ! Фото: mchsrb.