Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баланың яфалары артта ҡалды

Өфө ҡалаһының 17-се клиник балалар дауаханаһы табиптары бынан дүрт йыл элек ҡыҙыл үңәсен яндырған 12 йәшлек ҡыҙ балаға яңынан туҡланыу мөмкинлеген ҡайтарҙы. Бәлә аяҡ аҫтында ғына. Һәр хужабикәнең аш бүлмәһендә була торған химик шыйыҡсаны бер уртлау бәләкәй ҡыҙҙы нисәмә йыл яфаланырға мәжбүр иткән. Ашаған һайын тамаҡтың ауыртыуы, йотоуҙың ауыр бирелеүе баланы ныҡ йонсота. Дауахана табиптары эш тәжрибәһендә тәү тапҡыр ҡыҙыл үңәсте киңәйтеү ысулын ҡуллана. Был ысул хәүефһеҙлеге менән айырыла, ҡыҙыл үңәскә зарар килтереү хәүефе кәмей. Әмәлиәт хирургик киҫемдәрһеҙ эшләнә, шуға күрә йәрәхәттәр юҡ тиерлек. Хәҙер ҡыҙҙың аҙыҡты йотоу функцияһы тулыһынса тергеҙелгән. Ниһайәт, баланың йылдар буйы яфаланыуҙары артта ҡалды. Фото:#гдкб17 #детскаябольница17 #минздраврб #башкортостан #хирургия