“Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндереү өсөн быйылға билдәләнгән 206 объект тулыһынса әҙер, тип хәбәр итә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. Быйыл программаны финанслау 200 миллион һум тәшкил итте. Ихаталарҙы төҙөкләндереү саралары быйылғы йылда Башҡортостандың 30 муниципалитетындағы 246 күп фатирлы йортҡа ҡағылды, уларҙа 50 меңгә яҡын кеше йәшәй. Үҙгәртеү эштәре барышында 4 550 туҡталҡа урыны булдырылды, 152 балалар һәм спорт майҙансыҡтары һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн 84 урын эшләнде. “Башҡорт ихаталары” – беҙҙең иң яҡшы һәм иң ҙур ихтыяж булған республика программаһы”, – тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең күптән түгелге сығыштарының береһендә. – “Уны тормошҡа ашырыу барышында халыҡ хәүефһеҙ, уңайлы майҙансыҡтар ала, улар ололар өсөн дә, балаларға ла ҡулайлы. Быға саҡлы Өфөгә ҙур иғтибар бирә инек, сөнки ҡаланың юбилейына әҙерлек бара. Хәҙер “Башҡорт ихаталары”н күберәк башҡа ҡалаларҙа һәм райондарҙа төҙөргә тырышасаҡбыҙ”. Ихаталар биләмәһен комплекслы төҙөкләндереүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Башҡорт ихаталары” программаһы Радий Хәбировтың башланғысы менән республикала бишенсе йыл инде тормошҡа ашырыла. Фото: БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.