Найти тему
Башҡортостан гәзите

Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ, дуҫтар!

Йылы йәй үтеп китте, тышта һыуытты. Тимәк кешеләр өйҙәрен йылытыу сараларын күрә башлаясаҡ. Был көндәрҙә айырыуса иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Ошо айҡанлы Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре иҫкәртә һәм һаҡ булырға саҡыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистика һандары аяуһыҙ. Быйыл йыл башынан янғындарҙа 204 кешенең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың дүртәүһе – бәләкәй балалар. Был былтырғы йылдың ошо уҡ ваҡыты менән сағыштырғанда 28 кешегә күберәк. Мотлаҡ талап – төҙөк электр приборҙары менән генә файҙаланырға кәрәк. Электр йылытыусы ҡорамалдарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Айырыуса төнгөлөккә. Өйҙә, бинала тәмәке тартмағыҙ. Мейес менән һаҡ эш итегеҙ. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларға мотлаҡ рәүештә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ. Ауылдарҙа янғын йыш ҡына мейестән сыға. Өй һәм гараждарҙы мейес менән йылытҡан осраҡта мейестең торошона иғтибарлы булырға, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәргә кәрәк. Башлыса янғын мейес үтә ныҡ ҡыҙыу, кирбестәр араһында ярыҡ барлыҡҡа килеү, яғып ебәреү өсөн еңел тоҡаныусан шыйыҡсалар һәм яғыулыҡ ҡулланыу, мейестән күмер төшөү сәбәпле килеп сыға. Мейес менән ҡулланғанда, түбәндәге талаптарҙы үтәү мотлаҡ: - мейес һәм башҡа йылытыу приборҙары менән янып китеүсән конструкциялар араһында ара ҡалырға, мейес алдындағы ағас йәки янып китеүсән баш-ҡа материалдарҙан эшләнгән иҙәндә 0,5х0,7 м ҙурлығындағы тимер табаҡ булырға тейеш; - яғылған мейесте ҡарауһыҙ йәки бәләкәй балаларға ышанып ҡалдырмаҫҡа. Сатлама һалҡындарҙа йыш ҡына мейесте оҙаҡ яғалар, һөҙөмтәлә уның айырым өлөштәре үтә ныҡ ҡыҙа. Әгәр был өлөштәр ағас стена йәки мебелгә тейеп тора икән, янғын хәүефе күпкә арта. Шуға күрә, көнөнә бер тапҡыр оҙаҡ итеп яғыуға ҡарағанда, көнөнә 2-3 тапҡыр сәғәт-сәғәт ярым яғыу яҡшыраҡ; - мейес өҫтөндә һәм эргәһендә янып китеүсән материал һаҡларға, кейем киптерергә ярамай. Көнкүреш электр йылытыу приборҙары менән файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу ҙа янғын сәбәбе булып тора. Көндәр һалҡынайыу менән өйҙәрҙә, объекттарҙа, ҡоролмаларҙа, учреждениеларҙа, гараждарҙа өҫтәмә йылылыҡ сығанаҡтары – каминдар, рефлекторҙар, калориферҙар, ҡулдан яһалған электр йылытҡыстар барлыҡҡа килә. Өҫтәмә электр энергияһы сығанағы электр сымына көсөргәнеште арттыра, ә был электр сымы иҫке икән һәм ҡулдан яһалған электр йылытҡысы ҙур ҡеүәтле булһа, янғын сығыу хәүефе бермә-бер арта. Өйҙә янғын сыҡмаһын өсөн заводта эшләнгән йылылыҡты көйләү системаһы булған электр йылытҡысын ғына ҡулланығыҙ, уны ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, ҡорғандар һәм мебель менән йылытыу приборҙары араһында хәүефһеҙ арауыҡ ҡалдырығыҙ. Балаларға электр йылытыу приборҙары менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Электр селтәренә көсөргәнеште арттырмағыҙ. Розетка һәм выключателдәрегеҙҙе төҙөк тотоғоҙ, ваҡытында ремонтлағыҙ йәки алмаштырығыҙ. Удлинителдәргә айырыуса иғтибарлы булығыҙ. Электр йылытыу приборҙарын төнгөлөккә ҡабыҙып ҡалдырмағыҙ, улар өҫтөндә кейем киптермәгеҙ. Янғын сыҡҡан осраҡта кисекмәҫтән 01, кеҫә телефонынан 101 йәки 112 һандарына шылтыратығыҙ. Фото: Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.