Өфө ҡалаһының Эске эштәр идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илгиз Байсуриндың банк вәкилдәре менән осрашыуында телефон аша аҡса урлаусыларға нисек ҡаршы тороу мәсьәләләре тикшерелде. Илгиз Әхәт улы әйтеүенсә, алдаҡсылар тоҙағына төрлө йәштәге һәм һөнәрҙәге кешеләр эләгә. Улар араһында табиптар, педагогтар һәм хатта финанс белгестәре лә бар. Шуныһы ғәжәп: бындай мутлыҡ тураһында улар барыһы ла ишетеп һәм уҡып белә, ләкин телефон аша әңгәмә барышында һиҙгерлеген юғалта. Банк вәкилдәре клиенттарҙың аҡсаһын һаҡлау буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләне. Осрашыу барышында полиция һәм банк вәкилдәре ошондай енйәттәргә ҡаршы тороу ысулдарын камиллаштырыу һәм өҫтәмә саралар тураһында фекер алышты. Профилактик эш барышында пенсия йәшендәгеләргә айырыуса иғтибар итергә кәрәклеге билдәләнде. Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Бындай мутлыҡ тураһында улар барыһы ла ишетеп һәм уҡып белә
3 ноября 20233 ноя 2023
~1 мин