Найти тему
Башҡортостан гәзите

Батша ҡалағы

Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән, рухи яҡтан шул тиклем бай күңелле Рәмзиә Хәбибуллина менән танышыу форсаты тейҙе. Был нәҫелдә үткәндәргә, тарихҡа ихтирам көслө. Рәмзиә Минулла ҡыҙы олатаһының батша хеҙмәтендә оҙаҡ йылдар йөрөп ҡайтҡан көмөш ҡалағын һаҡлай. -Әсәйемде атаһы, Ғәбделғәлим олатайым 25 йыл батша хеҙмәтендә булған. Шунан алып ҡайтҡан көмөш ҡалағын тәүҙә әсәйем һаҡланы. Хәҙер инде ул беҙҙең өйҙә ҡәҙерле ҡомартҡы, - ти Рәмзиә Минулла ҡыҙы. Олатаһы 1986 йылда 94 йәшендә мәрхүм булған. Был донъянан китеүенә лә хәҙер байтаҡ йылдар үтһә лә вариҫтары уны онотмай, хөрмәтләп иҫкә ала. Фото: шәхси архивтан.