1 333 уҡыусы 12 көндөҙгө лагерҙә көҙгө каникулдарҙы файҙалы үткәрә, тип хәбәр итә “Яңауыл таңдары”. Мәғариф идаралығында әйтеүҙәренсә, республика бюджетынан был маҡсатҡа 933,1 мең һум аҡса бүленгән. Радик Гәрәев исемендәге мәктәптәге лагерҙә 180 бала ял итә. Көндөҙгө лагерь начальнигы Валентина Әмирханова һәм вожатыйҙар бик ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле саралар планын төҙөгән. Флешмобтар, конкурстар, караоке-шоу – барыһын да һынап бөтөү мөмкин түгел. Өҫтәүенә балаларҙы тәмле итеп ашаталар. Халыҡ берҙәмлеге көнө байрамы алдынан тарих-тирә-яҡты өйрәнеү музейына, балалар китапханаһына,”Нефтсе” кинотеатрына экскурсиялар ойоштороласаҡ, тип ҡыуана балалар. Ә 26 уҡыусы өсөн “Толпар”шифаханаһына сәфәр ойошторолған. Ата-әсәләр өсөн путевка хаҡы 7479,50 һум тәшкил итте. Уның бер өлөшө – 5 120,50 һумы республика бюджетынан түләнә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең ике балаһы республика бюджеты иҫәбенә “Орленок” лагеренә оҙатылған. Валентина Әмирханова фотолары.