Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

"Ғаилә" үҙәге ярҙам итә

Ғаилә тормошо кешенән бөтмәҫ-төкәнмәҫ хеҙмәт һәм сабырлыҡ, түҙемлек талап итә. Тәү ҡарашҡа бәхетле тойолған ғаиләләрҙең дә үҙ проблемалары, ҡыйынлыҡтары була. Иң мөһиме – үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтар айырылышыу кеүек етди һөҙөмтәгә алып килмәһен. Бындай осраҡта ғаиләләргә белгес кәңәше ярҙамға килә. 

 Беҙҙең районда ул ярҙамды “Ғаилә” үҙәгендә алырға мөмкин. 

- Беҙ ауыр тормош хәлендә ҡалған, көндәлек проблемалары булған ғаиләләр менән эшләйбеҙ. Ғаиләләр менән аралашып, кәңәштәр биреп, документтар юллауҙа ярҙам итеп, ярты йыл, бер йыл оҙатып барабыҙ. Пособие юллай алмағандар, тормош иптәштәре, балалары менән конфликтта булғандар психолог, юрист ярҙамына мөрәжәғәт итә алалар. 

Психолог ауыр тормош хәленән сығыу юлын табырға, мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға, көйләргә, бала менән ышаныслы аралашырға, ҡатмарлы ҡарар ҡабул итергә һәм үҙ хистәреңде аңларға ярҙам итә. 

Юрист алимент һәм социаль түләүҙәр, баланы ҡарауға алыу, эшкә урынлашыу һәм башҡа йүнәлештәр буйынса кәңәштәр бирә, - ти Дилбәр Иштимер ҡыҙы. 

“Ғаилә” үҙәгенең адресы Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30 (7, 8, 12-се кабинеттар), 8(34755)3-66-74. “Бәйләнештә” https://vk.com/club186182827.