Благовещен дауаханаһының автомобиль гаражы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, ике “LADA” автомобиле менән тулыланды. LADA Niva Travel һәм LADA Largus автомобилдәре тикшереүҙәр үткәрелергә тейешле биологик материалдарҙы ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ пациенттарҙы медицина ойошмаларына алып барып еткерәсәк, дарыу препараттарын алыҫ райондарҙа йәшәүселәргә илтәсәк. Яңы техника паллиатив сирлеләрҙе ташыу һәм аҙ хәрәкәтләнгән пациенттарҙы өйҙә хеҙмәтләндереү өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. – Машиналар айырыуса участка табиптарына миҙгел сирҙәре ҡабынған саҡта кәрәк. Бер белгескә бындай ҡыҙыу мәлдә күп саҡырыуҙарға сығырға тура килә. Транспорт ваҡытты һаҡсыл тотонорға ярҙам итәсәк. Яңы техника насар юлдарҙа ла үтә ала, алыҫ тораҡтарға тиҙерәк барып етергә булышасаҡ,– тип билдәләне дауахананың баш табибы Жанна Карунас. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә к