ЮНЕСКО-ның Глобаль геопаркы статусын алғандан һуң, тәүге тапҡыр “Янғантау” ревалидация процедураһын үтте. Был - геопарктың халыҡ-ара критерийҙарға тап килеүен ентекле тикшереү, территорияларҙың тотороҡло үҫеш маҡсаттарына өлгәшеү өсөн алып барылған эштәрҙе өйрәнеү процесы. — «Янғантау» — Рәсәйҙә һәм совет осоронан һуңғы бөтә киңлектә халыҡ-ара танылыу алған беренсе геопарк. Асыҡ һауалағы музей туристар өсөн мауыҡтырғыс булып килә. Беҙҙең республика геопаркты артабан үҫтереү буйынса ҙур эш алып бара. Әйтәйек, быйыл республика бюджетынан Янғантау территорияһындағы инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуға 100 миллион һум аҡса бүленгән. Инвесторҙар шулай уҡ туристик маршруттар, этнотуризм, глэмпингтар төҙөү буйынса «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты буйынса дәүләт ярҙамы алды», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Был эште ойоштороу өсөн эксперт итеп Ҡытай Халыҡ Республикаһы профессоры Чжэн Юаньюань һәм Иран Ислам Республика