Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөтә Рәсәй “Халыҡ участковыйы” конкурсының финал этабы старт алды. Унда Башҡортостан исеменән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Яңауыл районындағы бүлегенең участка вәкиле Рәфил Миңлеғолов ҡатнаша. 2023 йылдың 17 ноябрендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының участка уполномоченныйҙар хеҙмәте ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы билдәләй. Шул уҡ көндө иң яҡшы участка полицияһын – Бөтә Рәсәй “Халыҡ участковыйы-2023” конкурсы еңеүсеһен бүләкләү тантанаһы үтәсәк. Рәсәй Эске эштәр министрлығы менән “Комсомольская правда” берлектәге конкурсының финал этабы быйыл 13-сө тапҡыр уҙғарыла. Халыҡ участковыйы өсөн тауыш биреү КР.RU сайттында ойошторола. Тауыш биреү 2023 йылдың 1 ноябренән 10 ноябренә тиклем дауам итә. Һәр төбәк үҙенең “Анискин”ын күрһәтә, әммә еңеүсе берәү генә буласаҡ. Конкурстың өсөнсө этабында еңеүсене һәм призерҙарҙы бүләкләү Рәсәй Эске эштәр министрлығында тантаналы шарттарҙа үтәсәк. Ул 17 ноябрҙә билдәләнгән участка уполномоченныйҙары хеҙмәтенең йөҙ йыллыҡ юбилейына арнала. Күсмә бронза статуэтка – конкурс символы – Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөтә Рәсәй “Халыҡ участковыйы” конкурсы еңеүсеһенә тапшырыласаҡ. Еңеүсегә Ульяновск автомобиль заводында етештерелгән “Патриот” автомобиле бүләк ителә. Башҡортостан Республикаһы исеменән Бөтә Рәсәй конкурсында төбәк этабы еңеүсеһе Рәфил Миңлеғолов сығыш яһай. Социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарыбыҙ ярҙамында үҙебеҙҙең участка хеҙмәткәре өсөн тауыш бирергә мөмкин. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса, төбәктә халыҡ һаны тураһында мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алып, һәр ҡатнашыусы өсөн граждандарҙың ышаныс индексы формалашасаҡ. Иң юғары индексы булған участка полиция вәкиле конкурста еңеүсе була. Башҡортостан халҡын яҡташыбыҙ Рәфил Миңлеғолов өсөн “Комсомольская правда” сайтында - kp.ru, https://t.me/mvd_rb/8062 тауыш бирергә саҡырабыҙ. Рәфил Миңлеғолов 1995 йылда участка оперуполномоченныйы булып эш башлаған. Ул Яңауыл районында эшләй, ул яуаплы булған участкаға дүрт меңгә яҡын кеше йәшәгән дүрт ауыл биләмәһе ҡарай. – Яҡташтарыма төбәк этабында минең өсөн тауыш биргәндәре һәм хуплағандары өсөн рәхмәт белдерәм. Тимәк, ышаналар. Был минең өсөн ҙур хөрмәт, – тип белдерҙе Рәфил Ғабдулхай улы. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://t.me/mvd_rb/8062
Башҡортостан участковый Рәфил Миңлеғолов өсөн тауыш бирәйек
2 ноября 20232 ноя 2023
1 мин