Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Беҙ ситтә ҡала торғандар түгел

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың мосолмандар Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин менән осрашты. Осрашыуҙа Фәләстән халҡына гуманитар ярҙам ойоштороу тураһында һүҙ барҙы. – Беҙ битараф булмаған яҡташтар һәм дини әһелдәр исеменән мөрәжәғәт итәбеҙ. Улар гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм алып барып тапшырыуҙа булышлыҡ итеүҙе үтенә, – тип белдерҙе Айнур Бирғәлин. Республика Башлығы башланғысты хуплап сыҡты һәм гуманитар ярҙам ойошторорға тигән ҡарар ҡабул итте. – Башҡортостан ярҙамға мохтаждарға һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Беҙ Донбасс халҡына ярҙам иттек, Сүриә һәм Ливияға гуманитар ярҙам ойошторҙоҡ. Беҙҙең ҡотҡарыусылар Төркиәлә ер тетрәгәндән һуң емеректәр араһынан ҡаза күргән кешеләрҙе табыу, ҡотҡарыуҙа ҡатнашты. Беҙҙең табиптар коронавирус пандемияһы мәлендә Ҡырғыҙстанда, Абхазияла сирлеләрҙе дауаланы. Әле иһә Газала йәшәгән кешеләргә ярҙам итергә әҙербеҙ. Унда бөгөн халыҡ бик ауыр шарттарҙа ҡалды, – тине Радий Фәрит улы. – Тәү сиратта дарыу, аҙыҡ-түлек, кейем әҙерләргә кәрәк. Гуманитар ярҙам «Башсельхозтехника» предприятиеһында урынлашҡан берҙәм логистика үҙәгендә тупланасаҡ, – тип тә өҫтәне төбәк етәксеһе. Радий Хәбиров шунда уҡ Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелинға тейешле күрһәтмәләр ҙә бирҙе, шул иҫәптән республика халҡына гуманитар ярҙам йыйыу хаҡында мәғлүмәт еткерергә һәм урындарҙа гуманитар йөк йыйыу эшен ойошторорға. Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.