Найти тему
Башҡортостан гәзите

Низағ тыуҙырырға маташалар

– Аңлап торабыҙ, дошмандарға беҙҙең халыҡтың ил етәкселеге менән теләктәшлектә, бер төптән булыуы оҡшамай, шуға төрлө ысулдар ҡулланып, кешеләрҙе бер-береһе менән талаштырырға, һуғыштырырға хыялланалар, – тине Радий Хәбиров. – Бигерәк тә Телеграмм-канал аша эшмәкәрлек алып баралар. Шуға йәш быуынға, ғөмүмән, барыбыҙға ла уяу булырға, аныҡ һәм айыҡ аҡыл менән эш итергә кәрәк. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, һәр нәмәгә әҙер булырға кәрәк. Ниндәйҙер низағ уйлана икән, уны алдан күреп, тамырында уҡ юҡ итеү мотлаҡ. Был йәһәттән ултырышта йәш быуын араһында гражданлыҡ әүҙемлекте, яуаплылыҡты төшөндөрөүсе сараларҙы тәрәнәйтергә һәм ишәйтергә, төрлө уҡыуҙар ойошторорға тигән ҡарарға килделәр.