Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Етәксе өлгө күрһәтә

Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылындағы Хәким Ғиләжев исемендәге мәктәп директоры Гөлзиә Әҙелгәрәева киләһе ярты йыллыҡҡа “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып ҡуйған. Коллективтағы башҡа уҡытыусылар ҙа уның өлгөһөнә ҡушыла. - Бала саҡтан гәзит-журнал уҡып үҫкәнгәлер, бөгөн дә матбуғат баҫмаларынан айырылған юҡ. Китап, гәзит тотоп уҡыуҙың тәме башҡаса. Ундағы мәғлүмәттәрҙең кәрәге сығыр тип гәзиттәрҙе йыйыу ҙа ғәҙәткә ингән. Ғөмүмән,тормоштағы яңылыҡтарҙы белеп барыу өсөн дә уҡытыусыларға гәзит алдырыу мөһим,- ти мәктәп директоры. Шулай уҡ балалар китап, гәзит уҡырға яратһын өсөн ата-әсәгә үҙҙәренә үрнәк күрһәтергә кәрәклеген дә әйтте. Автор фотоһы.