2023 йылдың ноябренән 2024 йылдың апреленә тиклем Мәскәүҙә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе (ВДНХ) биләмәһендә Халыҡ-ара “Рәсәй” күргәҙмә-форумы үтә. Унда Башҡортостандың белем биреү ойошмаларынан 14-17 йәшлек уҡыусыларҙан һәм уларҙың остаздарынан торған делегация ла ҡатнаша. Улар космолет формаһындағы Башҡортостан стендын асыу сараһында сығыш яһаясаҡ. Был ҙур сараны ойоштороусыларҙың береһе – Дөйөм Рәсәй “Беренселәр хәрәкәте” балалар һәм йәштәрҙең ижтимағи-дәүләт хәрәкәте. - Республикабыҙҙың мәғариф системаһы илдә иң ҙурҙарҙан һанала. Беҙҙең “Беренселәр хәрәкәте” төбәк бүлексәһе үҙ эшмәкәрлегенә 25 меңдән ашыу баланы йәлеп итте, барлығы 1257 беренсел ойошма төҙөлдө. Башҡортостан – “Беренселәр хәрәкәте” буйынса яуланған гранттар һаны буйынса ла иң алдынғыларҙың береһе. 62 миллион һум суммаға торошло 28 проектыбыҙ еңеүсе тип табылды, - тине БР мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин. Мәскәүҙә ойошторолған күргәҙмәне, төркөмдәргә бүленеп, 2500-ҙән ашыу республика уҡыусыһы ҡараяс
Республика уҡыусылары һәм студенттары Халыҡ-ара “Рәсәй” күргәҙмәһендә ҡатнаша
2 ноября 20232 ноя 2023
1 мин