Башҡортостан “Милләт ғорурлығы-2023” премияһына ғаризалар ебәреү буйынса лидерҙар рәтендә. Был турала бөгөн Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының генераль директоры Александр Даркович Мәскәүҙә үткән беренсе төбәк етәкселәре съезында әйтте. Башҡортостандан тыш Севастополь менән Удмурт Республикаһы ла лидерҙар араһында. Съезд майҙансығында Президент-отелдә Рәсәйҙең 86 субъектынан делегаттар йыйылған. Башҡортостанды төбәктең “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина тәҡдим итте. Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, съезда Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәләрен үҫтереүҙең стратегик пландары, шулай уҡ Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендәге әүҙем мәсьәләләр һәм тәҡдимдәр тикшерелә. “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының махсус йәмәғәт-дәүләт статусы тырышлыҡтарҙы тап бөгөн, махсус хәрби операция барған осорҙа, илебеҙ күп милләтле һәм күп конфессиялы халҡыбыҙҙың традицион ҡиммәттәрен, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, суверенитетыбыҙ – киләсәгебеҙ һағына баҫҡан ваҡытта берләшеүҙең мөһимлеген билдәләй. Беҙҙең төбәк бүлексәһе өсөн был бурыстар айырыуса көнүҙәк, сөнки Башҡортостанда бик күп милләттәр һәм конфессиялар йәшәй”, – тине ул. Шулай уҡ съезда “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт ойошмаһын 1998 йылдан ғәмәлдә булған “Рәсәй халыҡтар ассамблеяһы” йәмәғәт ойошмаһы менән берләштерергә тигән ҡарар ҡабул ителде. Фото: "Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы"ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе.