2023 йылдың 7 ноябрендә Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса белгестәре граждандар һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн Башҡортостандың күп функциялы үҙәгенең 17 офисында консультациялар үткәрә. Граждандар һәм эшҡыуарҙар күсемһеҙ милекте иҫәпкә алыу һәм теркәү менән бәйле аңлатмалар ала ала. Алдан яҙылмайынса мөрәжәғәт итергә була. Росреестр белгестәре күсемһеҙ милеккә милек хоҡуғын теркәүҙә дәүләт кадастр иҫәбен алып барыу процесы һәм башҡа мөһим аспекттар тураһында консультациялар бирә. Башҡортостан Республикаһының Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова әйтеүенсә, Росреестр белгестәренән онлайн консультация алырға мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр айҙың беренсе шишәмбеһендә көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 6-ға тиклем республика халҡы Башҡортостандың күп функциялы үҙәгенең 17 офисында түбәндәге адрестар буйынса Росреестр белгестәренең консультацияларын ала ала. Өфө ҡалаһы, Ғөбәйҙуллин урамы, 6 (ТЦ "Аркада"), Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 4/1 (ТЦ "Мир"), Бә