Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡаптар етештереүҙең дә үҙ сере

Өфөлә “ВЭЙ ПАК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә төбәк компетенциялар үҙәге эксперттарының ярты йыллыҡ эш һөҙөмтәһен барланы. Предприятие сәнәғәт ҡабын етештереүҙе оптималләштерҙе. Һаҡсыл технологиялар индереү һөҙөмтәһендә пилот участкаһы етештереүен 10 процентҡа күтәреүгә өлгәштеләр. Нимәләр эшләнеүе тураһында Башҡортостандың иҡтисади үҫеш инвестиция сәйәсәте министры Айрат Фәхретдинов әйтте. -Төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары милли проектта ҡатнашыусыларға сығымдар менән бәйле күренгән һәм күренмәгән юғалтыуҙарҙы асыҡларға ярҙам итә. Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, юғалтыуҙарҙы кәметеү предприятиеға булған штат һәм етештереү ҡеүәтәре менән күберәк продукция етештереү мөмкинлеген аса. Яңы тәжрибәнән, белемдән ҡурҡырға кәрәкмәй, милли проектҡа ҡушылыу һәм эште тағы ла һөҙөмтәлерәк итеп башҡарырға ынтылыу мөһим, - тине Айрат Фәхретдинов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «ВЭЙ ПАК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте стакандар, ҡапҡастар, төрлө брендлы ҡаптар етештереүҙе яйға һалған. Унда 100-ләгән кеше хеҙмәт итә. Компанияның етештереү-склад комплексы майҙаны 3 мең квадрат метр тәшкил итә. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.