Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Юғары баһаға лайыҡ булдылар

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан мәғариф һәм фән, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, спорт, сауҙа, ауыл хужалығы, сәнәғәт, дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәренең ҡаҙаныштары ордендар, миҙалдар, почет грамоталары, төрлө исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. “Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн беҙ үҙҙәрен илгә һәм тыуған республикабыҙға хеҙмәт итеүгә бағышлағандарға дәүләт наградалары тапшырабыҙ. Был залда уҡытыусыларҙы, ғалимдарҙы, табиптарҙы, аграрийҙарҙы, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, инженерҙарҙы, эшҡыуарҙарҙы, төрлө һөнәр эйәләрен сәләмләүемә бик шатмын. Башҡортостан хәҙер бер ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә. Торлаҡ, мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар һәм спорт үҙәктәре бик тиҙ тиҙлектә төҙөлә. Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына ҙур эштәр алып барыла. Өфө – Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы, Рәсәй дәүләтселеге үҙәктәренең береһе. Һәм беҙ был мөһим ваҡиғаға бик яуаплы әҙерләнәбеҙ. Республика яҡташтарыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары, уларҙың Ватанға фиҙакәр хеҙмәте менән ғорурлана. Һеҙҙең һәр берегеҙ, хөрмәтле дуҫтар, балаларыбыҙ өсөн иң яҡшы өлгө булып тора. Һеҙҙең турала күп йылы һүҙҙәр һөйләргә мөмкин. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, юғары профессионаллегегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем! Ҙур рәхмәт!” – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru