Яңы быуын двигателдәр Өфө фән һәм технологиялар университетының йәш ғалимдары осоусы аппараттар өсөн яңы быуын двигателдәр уйлап тапҡан. Эш «Өҫтөнлөк-2023» федераль программаһы сиктәрендә алып барыла. Әлегә бындай двигателдәр илдең башҡа бер төбәгендә лә юҡ, ти инженерҙар. Киләсәктә заманса ҡоролма кесе авиация өсөн сит илдән килтерелгән двигателдәрҙе алыштырасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт Сәлимә Исламова әҙерләгән репортажда.Өфө университетының йәш ғалимдары яңы асыштары менән йәнә ҡыуандыра. Улар осоу аппараттары өсөн камиллаштырылған двигатель тәҡдим итә. Әле инженерҙар ҡоролманы һынау менән шөғөлләнә.Беҙҙең двигателдәр ҡеүәтлерәк, яғыулыҡты ла күп сарыф итмәй, ти ғалимдар. Ә шулай ҙа төп һәм мөһим маҡсатҡа: ҡоролманы авиация кәрәсинендә эшләтеүгә ирешкән улар.Барлыҡ асыштар башта компьютерҙа яһала. Самолет двигателдәре менән дә шулай. Өҫтәл артында уның цифралы моделен инженер хатта 5 минутта эшләй ала. Ә ғәмәлдә бер йыллыҡ хеҙмәт булыуы ихтимал. Программа Өфө авиация университеты белгестәр