1 ноябрҙә ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде
Һөнәри байрам уңайынан Радий Хәбиров тармаҡтың алдынғы эшсәндәренә Рәсәй һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Ауыл хужалығы тауарҙары һәм аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙең ҡаҙаныштары дәүләт концерт залында үткән тантаналы йыйылышта билдәләнде. Аграр тармаҡ хеҙмәткәрҙәре байрамынан хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева репортажы.Башҡортостан иҡтисадында ауыл хужалығы иң мөһим тармаҡтарҙың береһе. Аграрийҙарҙың хеҙмәте төбәктең йәшәйеше, уңышы һәм үҫешенә тос өлөш индерә. Республика башлығы тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәрлеге һәм һөнәренә тоғролоғона юғары баһа бирҙе. Тармаҡтың юғары дәүләт наградаларына лайыҡ ветерандарын Радий Хәбиров айырым билдәдәп үтте. Ауырғазы районы “Дружба” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Зилауир Мәҡсүтовтың хеҙмәт юлы илле йыл. Оҫта етәксенең хужалығында иген культураларының элита орлоҡтары әҙерләнә. Әлеге мәлдә Зилауир Хәйҙәр улы махсус хәрби операциялағы яҡташтарының ғаиләләренә әүҙем ярҙам күрһәтә. Саҡмағош районы “Герой” колхозы механизаторы Рәлиф Ханов һөнәренә 40 йыл тоғро. Тыуған төйәген тергеҙеү, ҡорам, социаль объекттарҙы төҙөкләндереп “Атайсал” проекты маҡсаттарын бойомға ашырған Рауил Аҡбаровтың “Йылдың иң яҡшы етәксеһе” дәрәжәһенә эйә. Йәрмәкәйҙең «Спартак-Агро» директорына Радий Хәбиров Башҡортостандың Маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Үҙен ябай ауыл кешеһе, тип танытҡан Айҙар Мөхәрләмов бөгөн Илеш районының алдынғы тоҡомсолоҡ хужалығын етәкләй. Һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ. Айҙар Йыһанша улы республика башлығына ауыл эшсәндәренә даими иғтибар һәм ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.Борай районы ауыл хужалығы кооперативытарының береһен етәкләгән шәхси эшҡыуар Фирүзә Хәлилова “Хеҙмәт ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ. Тантаналы йыйылышта сығыш яһап республика етәксеһе тармаҡтың йыл уңыштарына туҡталды. Һауа шарттарына ҡарамай быйыл игенселәр 3 миллион 300 мең тонна ашлыҡ йыйып алған. Киләһе уңышҡа ышаныслы нигеҙ һалынған. Малсылыҡта ла уңыштар юғары. Эш һөҙөмтәләрен яҡшыртыуға техниканы яңыртыу булышлыҡ итә. Аграрийҙар артабан да федераль һәм төбәк кимәлдә ярҙамға иҫәп тота ала. Тармаҡҡа фәнни яҡтан ярҙам итеү базаһы ла нығытыла. Эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиеларының сит ил хеҙмәттәшлек даирәләре киңәйә. Аграр сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операциянан да ситтә ҡалмай, тине төбәк етәксеһе.Башҡортостан Башлығы республиканың 11 районын аграр миҙгел һөҙөмтәләре буйынса яҡшы тип таныған дипломдар менән бүләкләне. Һәм “Уңыш-2023” бәйгеһендә еңеүсе 30 хеҙмәткәргә «Лада Нива» автомобиль асҡыстарын тапшырҙы.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».