Етешһеҙлектәр ҡасан бөтөрөлөр?
Әбйәлил, Белорет, Борай, Ҡалтасы райондары һәм баш ҡалабыҙ Өфөлә йылытыу миҙгеленә әҙерлектә етешһеҙлектәр асыҡланған. Әҙерлек паспортын алыр өсөн район-ҡалаларға 15 ноябргә тиклем уларҙыбөтөрөргә ҡушылған. Был мәсьәләне Башҡортостан башлығы күҙәтеүгә алды. Киләһе йылда ла “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндереү дауам итәсәк. Халыҡ һәм муниципалитеттар менән ниндәй биләмәләрҙе тәртипкә килтереү буйынса килешелгән. Быйыл, мәҫәлән, 30 муниципаль берәмектә 206 ихата тәртипкә килтерелгән. Бының өсөн 1 миллиард 272 миллион һум аҡса бүленгән. Программа йорттар янындағы ихаталарҙы комплекслы төҙөкләндереүҙе лә күҙ уңында тота. Уның сығымдарының 94 проценты республиканан, биш проценты район ҡаҙнаһынан, бер проценты күп фатирлы йорттар милекселәренән финанслана. “Башҡорт ихаталары” республика программаһы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылда булдырылды. 5 йыл эсендә республикала 1 мең 300-ҙән ашыу йорт ихатаһы төҙөкләндерелгән.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».