Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Ҙур этнографик диктант" була

Диктантты Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ойоштора. Девизы – “Халыҡтар күп – ил берәү!” Беренсе тапҡыр сара 2016 йылда булды. Башҡортостанда диктант 4 ноябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана, бында йәмәғәт һәм милли-мәҙәни ойошмалар лидерҙары, сәнғәт әһелдәре, власть вәкилдәре ҡатнаша (6+). Диктантта теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн ул үткәрелгән көндәрҙә miretno.ru тип аталған рәсми сайтҡа инеп, “Диктантты үтергә” тигән төймәне баҫырға, белешмәне тултырырға һәм һорауҙарға яуап бирергә кәрәк. Ҡатнашыусыға электрон сертификат бирелә. Диктант дөйөм Рәсәйгә һәм айырым һәр төбәккә ҡағылған һорауҙарҙан төҙөлгән – этнография, тарих, фольклор, мәҙәниәт, Рәсәй халыҡтарының географик үҙенсәлектәре буйынса. Әйткәндәй, Башҡортостан был сарала ике йыл рәттән иң күп ҡатнашыусыларҙы йыйған. Республикала ҙур этнографик диктантты ойоштороусылар – Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто. Анығыраҡ мәғлүмәтте www.miretno.ru төркөмөндә һәм “Бәйләнештә”ге рәсми төркөмдә – vk.com/miretno уҡырға була. Фото: miretno.ru