Найти тему
Башҡортостан гәзите

Алтын көҙҙә алтын туйҙар үтә...

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, алтын көҙҙөң сыуаҡ көнөндә бер-береһен ихтирам иткән, һөйгән, тормош мәшәҡәттәрен, ауырлыҡтарын еңеп сығып, бер-береһенә терәк булып йәшәгән, ғаилә усағын һүндермәйсә, быуындар ебен тигеҙ тотоп, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүсе, алтын туйынан муллыҡ туйына аяҡ баҫыусы Тәлғәт Ҡәнзәфәр улы һәм Бикә Зәйнулла ҡыҙы Азаматовтар, Хәким Ихсан улы һәм Фәнүзә Ғәббәс ҡыҙы Байсуриндарҙың татыу ғаиләләрен матур байрамдары менән ҡотлау өсөн ауыл клубында уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары, ғаилә дуҫтары йыйылды. Йәш еңгәйҙәрҙе яҫтыҡҡа баҫтырып, бал-май ҡаптырыу, һыу башлау, еҙнәйҙәрҙең инде кәнфит һибеп оҙатып алыуҙары 50 йыл элек булған йәшлек туйҙарын хәтерләтте. 50 йыл иңде иңгә-иң терәп ғүмер итеүсе алтын парҙарға балалары, туғандары, ауылдаштары ҡалған ғүмерҙәрен дә именлектә, ныҡлы һаулыҡта, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа бергәләп йәшәргә яҙһын, тигән теләктәр теләп, бүләктәр менән бергә йырлы-моңло сәләмдәрен дә еткерҙеләр. Ауыл мәҙәниәте үҙешмәкәр артистары Гүзәл Билалова, Хәмдиә Итбаева, Гөлнара Ҡунаҡова, "Утарбай" - ир егеттәр,"Шишмә" ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамблдәре, Фәйрүзә һәм Әүхәт Карпеевтар, мәктәп уҡыусыларының бейеүҙәре музыкаль яҡтан кисәгә йәм өҫтәгән. Фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы сайтынан.