Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Исем ҡушыу ҙа мөһим

Республика перинаталь үҙәгендә өс игеҙәк донъяға килде. Ике ҡыҙ бала һәм бер малай! Тәүге өс тәүлектә балалар үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.Сабыйҙар табиптар һәм шәфҡәт туташтары контролендә яйлап ауырлыҡтарын арттырған. Хәҙер инде улар бала табыу йортон ҡалдырып, өйҙәренә ҡайтҡан, тип хәбәр итә ВashNews. Тәүҙә Алина Кәримоваға ике игеҙәк сабыйы буласағы хаҡында хәбәр итәләр, ә ярты айҙан сабыйҙарҙың өсәү булыуы асыҡлана. Перинаталь үҙәктә әсәне сабыйҙарҙы тәрбиәләргә, көстө тигеҙ бүлергә, кейендерергә өйрәтәләр. Күп бала әсәһенең иғтибары бөтәһенә лә етергә тейеш. Балаларға мөһим бурыс – исем ҡушыу эше лә үтәлгән. Ҡыҙҙарға Ангелина һәм Афина тип исем ҡушҡандар, ә бына улдарына ниндәй исем ҡушыу тураһында әле уйларға кәрәк. Фото: https://bash.news/news/212760-v-perinatalnom-centre-ufy-na-svet-poiavilas-troinia