Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел

Быйыл Башҡортостанда һөнәри уҡыу һәм өҫтәмә профессиональ белем алыуға 707 сертификат тапшырылған (тотош 2023 йылға 700 сертификат планлаштырылған ине). Был сертификатты мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған граждандар, декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар, эшләргә теләгән пенсионерҙар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары алыуға хоҡуҡлы. МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары 201 сертификат алған (планға ҡарата 100,5%), башҡа категорияға ҡараған граждандар – 506 сертификат (планға ҡарата 101,2%). - 2030 йылға рәсәйҙәрҙең 70 процентының һөнәри белемен яңыртыу талап ителәсәк. Был статистиканы Рәсәй Хеҙмәт министрлығы килтерә. МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына тәғәйен сертификаттың суммаһы 50 мең һум тәшкил итә, башҡа категория граждандарға – 20 мең һум, - тип билдәләне БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Әлеге көнгә сертификат алған 707 кешенең 481-е уҡыуҙы тамамлаған да инде. Граждандар уҡыған иң популяр һөнәрҙәр исемлегендә һаҡсы, тракторсы, ашнаҡсы, заправкалау станцияһы операторы, парикмахер, электромонтер, маникюр оҫтаһы, ашнаҡсы-кондитер, тегенсе, водитель һәм кассир бар. Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru