Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Нисә ҡыҙ һәм нисә малай тыуған?

2022 йылда республикала 18 600 малай тыуған. 100 малайға 94 ҡыҙ бала тура килгән, тип хәбәр итә Башстат идаралығы. 2023 йыл башына Башҡортостанда 1 миллион 928,2 мең ир-ат, йәғни дөйөм халыҡ һанының 47,3 проценты, йәшәгәне билдәле. Шуларҙың 1 миллион 177,5 меңе – ҡалала, 750,8 меңе ауылда йәшәй. 100 ир-атҡа 111 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Белгестәрҙең әйтеүенсә, был нисбәт йәш үткән һайын башлыса ирҙәр араһында үлем кимәле юғары булыуы арҡаһында айырыла бара. Өҫтәүенә ир-аттың көтөлгән ғүмер оҙайлығы түбән – 67,8 йыл (ҡатын-ҡыҙҙыҡы – 78,3 йыл). Республиканың иҡтисад өлкәһендә мәшғүл халыҡтың 53,1 процентын ир-ат тәшкил итә. Эшләүсе ир-аттың уртаса йәше – 41 йәш. Юғары белемгә эйә булғандар улар араһында – 23,4 %. Уртаса һөнәри белем алғандар – 59,3%. Фото: https://mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/579694/