Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Беҙҙең коллективта бер-береһен хөрмәт итмәйҙәр”

Был тикшеренеү ошо хеҙмәт үҙәге эш табып биргән белгестәрҙең яңы коллективта дөйөм атмосфераны нисек баһалауын белеү маҡсатында үткәрелгән. “Беҙҙең компанияла үҙ-ара ихтирам хөкөм һөрә, эш барышында барыһы ла асыҡ һәм бер-береһенә ышана, һәр кем үҙ фекерен йәшермәй әйтә һәм тәнҡитләй ала” – ошо раҫлауҙың уларҙың коллективына нисек тап килә икәнлеге биш балл шкалаһы буйынса баһаланған. Башҡортостандың хеҙмәт ойошмаларында был раҫлауға биш мөмкинлектән 3,5 балл ҡуйғандар. Эштәге мөхиттән бигерәк тә “Хәүефһеҙлек”, “Медицина, фармацевтика”, “Юрист”, “Һатып алыуҙар”, “Фиананс һәм бухгалтерия” һөнәре буйынса эшләгәндәр ҡәнәғәт түгел икән. “Коллективтағы уңайлы мөхит – хеҙмәткәрҙәр китмәһен һәм уларҙы ҡыҙыҡһындырып эшләтеү өсөн мөһим элемент. Бөгөн хеҙмәт баҙары кадрҙарға ҙур ҡытлыҡ кисерә, шуға күрә был йүнәлеш иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел”, – ти “һһ.ru” үҙәгенең тышҡы бәйләнештәр буйынса етәксеһе Анна Осипова. Фото: “һһ.ru” сайтынан.