Найти тему
Башҡортостан гәзите

Фермер ярҙам аласаҡ

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты һәм “Еңел старт һәм бизнесты уңайлы алып барыу өсөн шарттар булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә Ишембай районында сираттағы Эшҡыуарлыҡ сәғәте үтте. Уны аҙна һайын кесаҙна көн үткәрәләр. Был юлы ғәмәлдәге ауыл хужалығы предприятиеһының үҫеш мөмкинлектәре тикшерелде. Әлеге ваҡытта компания алдында бер нисә мөһим бурыс тора: машина-трактор паркын яңыртыу; келәт һәм офис биналарын төҙөкләндереү; эшселәр йәлеп итеү һәм кадрҙар ҡеүәте булдырыу. Хужалыҡта "Кировец", К-742, башҡа техника бар. Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыусы финанс һәм ойоштороу ярҙамы һорап мөрәжәғәт итте. Уға булған ярҙам программалары тураһында мәғлүмәт бирҙеләр. Улар эшҡыуарлыҡ субъекттарына, шул иҫәптән агросәнәғәт йүнәлешендә эшләгәндәргә, башлаған бизнестарын үҫтереү мөмкинлеге бирә. Осрашыу йомғаҡтары буйынса фермерға кәрәкле консультация һәм методик ярҙам бирергә тигән ҡарар ҡабул ителде. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ишембай районы хакимиәте.