Иглин ауылында “Медиазавод” проектының күсмә зона форумы үтте. Сара “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты – уҡыусыларҙың медиатармаҡта һөнәри белемдәрен арттырыу, уларҙы мәғлүмәт менән эшләргә, зыянлы һәм фейк контентты айырырға өйрәтеү. Осрашыу уҡыусыларға үҙҙәренең ижади мөмкинлектәрен асыу һәм социаль әһәмиәтле проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү мөмкинлеге булды. Медиа ярҙамында башҡа балаларҙы ла мәктәптәге дәрестән тыш үткәрелгән сараларға йәлеп итеп була. Форум уҡыусылар менән дә, мәктәптәрҙең медиаүҙәктәре етәкселәре менән дә эшләүгә йүнәлтелде. Форумға шулай уҡ Архангел, Нуриман, Ҡырмыҫҡалы районы, Силәбе өлкәһе уҡыусылары ла килгән. Осрашыу “Мәктәп медиаһы: уҡыусылар ҡарашы” мейе штурмы менән башланды. Балалар командаларға берләште һәм станциялар аша үтеп идеяларын яҙҙы. Һөҙөмтәлә проект командаһы уҡыусылар өсөн идеялар йыйынтығы булдырасаҡ, уны улар үҙҙәренең медиаүҙәге майҙансығында файҙалана аласаҡ. Аҙаҡ “Фотография нигеҙҙәре”, “Копирайтинг”, журналистика нигеҙҙәре темаһына оҫталыҡ дәрестәре үтте. Билдәле булыуынса, “Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Иглин районы хакимиәте.