Андрей Назаров Федераль хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин рәйеслегендә Рәсәй Федерацияһында төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы штабы ултырышында ҡатнашты. Премьер-министр һөйләүенсә, вуз-ара кампус төҙөлөшө график буйынса, ике сиратта, раҫланған юл картаһына ярашлы бара. - Беренсе сиратты быйыл декабрҙә сафҡа индерергә планлаштырабыҙ. Был IQ-парк бинаһы ете ҡатлы төп комплекстан һәм 15 ҡатлы бейеклектәге өлөштән тора. Унда хәҙер инженер селтәрҙәре урынлаштырыла һәм тоташтырыла. Дизайн-проект килешелә, интерьер эштәре башлана, мебель һәм ҡорамалдар һатып алына. Улар менән бинаны ноябрь уртаһында йыһазландыра башлайбыҙ. Кампус һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә, көнөнә ике тапҡыр тикшереп сығабыҙ, бөтә мәсьәләләр шунда уҡ майҙансыҡта хәл ителә. Бөгөн объектта 500-ҙән ашыу кеше эшләй. Төҙөлөш әҙерлеге 80%, барыһы ла план буйынса бара, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Хөкүмәте Рәйесе. "План буйынса кампустың икенсе сираты 2025 йылдың декабренә тиклем төҙөләсәк. Ул торлаҡ корпустарҙы,
Андрей Назаров Марат Хөснуллинға вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө хаҡында һөйләне
2 ноября 20232 ноя 2023
1 мин