Мәҫәлән, Орловка ауылынан Соломенниковтар ғаиләһен генә алып ҡарайыҡ, тип яҙа “Яңауыл таңдары”, йәштәр ике бала тәрбиәләй, Анастасия мәктәптә инглиз теленән уҡыта, депутат һәм әүҙем йәмәғәтсе, ә ғаилә башлығы Валентин бөтә ергә өлгөрә, атаһы башлаған фермер эшен дауам итеп, үҫемлекселек буйынса тәжрибә туплай.Улар элекке Калинин исемендәге колхоз биләмәһендәге нигеҙҙе яңынан үҙгәртеп ҡороп, ремонт эшләгәндәр. Ауыл хакимиәте белгестәре һәр яҡлап ярҙам иткән. “Эште 47 гектар ерҙә башланыҡ, – тип хәтерләй йәш фермер. – Киләһе яҙ 600 гектар ер алырға уйлайбыҙ. Көтөүлектәр менән бергә, әлбиттә”. Майҙандарҙы киңәйтеү еңел түгел. Ерҙе сүп үләндәренән, ағастарҙан таҙартырға кәрәк буласаҡ.Хужалыҡ матди-техник яҡтан да нығый бара. Фермерҙар нигеҙҙә химик матдәләр ҡулланмай. Утауҙы ла механик ысул менән башҡаралар. Уңыш артыҡ ҙур түгел, әммә һатып алыусылар Соломенниковтарҙың игене экологик яҡтан таҙа, тәбиғи булыуын яҡшы белә. Шуныһы ҡыҙыҡ, Валентин–вахтасы! Ул вахта араһында ҡайтып, комбайн штурвалы артына ултыра һәм баҫыуға йүнәлә. “2023 йылдың иң яҡшы фермеры” бына шулай тынғыһыҙ тормош менән йәшәй. ”Иң мөһиме– ялҡауланмаҫҡа!”– ти ул. Илдар Шәрипов фотоһы.