Ошондай проект менән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә райондарҙа үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә сығыш яһанылар. Ҡунаҡхананы Яҡтыкүл эргәһендәге курорт зонаһында төҙөргә планлаштыралар. Инвестор билдәләүенсә, Әбйәлил районында ҡунаҡтар һәм ял итеүселәр һаны артҡандан-арта, шуға күрә туристарҙы урынлаштырыу өсөн уңайлы бүлмәләр булдырырға кәрәк. “Әбйәлил районындағы тау саңғыһы курортына ял итергә килгән ҡунаҡтарға туҡталыр өсөн урын кәрәк. Төбәктә төҙөләсәк ҡунаҡхана уларға рәхәтләнеп ял итергә мөмкинлек бирәсәк”, – тигән фекерҙә инвестор. Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: национальныепроекты.рф