Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Ағиҙел" предприятиеһы келәм туҡыу, мебель һәм тирмәләр етештереү цехын киңәйткән

Өфөлә “Легпром” еңел сәнәғәт форум-күргәҙмәһе сиктәрендә, “Башҡортостан тауары” проекты дипломанты “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы һәм Ҡаҙағстан Республикаһының “Аҫыл дизайн” мода һәм ассортимент ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. – Ҡул ҡуйылған килешеү әйберҙәр эшләүҙә тәжрибә уртаҡлашыуға, милли һәм заманса кейем дизайны, конструкциялау һәм етештереү өлкәһендә берлектәге конференциялар, күргәҙмәләр үткәреүгә йүнәлтелгән, – тип билдәләне Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. Килешеүгә “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Гүзәл Кәримова һәм “Аҫыл дизайн” мода йортоноң баш дизайнеры Айҙархан Кәлиев ҡул ҡуйҙы. “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы федераль кимәлдәге халыҡ-художество кәсептәре әйберҙәре етештереү буйынса Башҡортостан Республикаһында берҙән-бер предприятие булып тора. Эшмәкәрлегенә художестволы биҙәү һәм ағас

Өфөлә “Легпром” еңел сәнәғәт форум-күргәҙмәһе сиктәрендә, “Башҡортостан тауары” проекты дипломанты “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы һәм Ҡаҙағстан Республикаһының “Аҫыл дизайн” мода һәм ассортимент ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. – Ҡул ҡуйылған килешеү әйберҙәр эшләүҙә тәжрибә уртаҡлашыуға, милли һәм заманса кейем дизайны, конструкциялау һәм етештереү өлкәһендә берлектәге конференциялар, күргәҙмәләр үткәреүгә йүнәлтелгән, – тип билдәләне Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. Килешеүгә “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Гүзәл Кәримова һәм “Аҫыл дизайн” мода йортоноң баш дизайнеры Айҙархан Кәлиев ҡул ҡуйҙы. “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы федераль кимәлдәге халыҡ-художество кәсептәре әйберҙәре етештереү буйынса Башҡортостан Республикаһында берҙән-бер предприятие булып тора. Эшмәкәрлегенә художестволы биҙәү һәм ағас һырлау, сигеү, ҡулдан туҡыу, мосолман кейеме һәм кейеҙҙән әйберҙәр етештереү инә. Күптән түгел предприятие келәм туҡыу, мебель һәм тирмәләр етештереү цехын киңәйткән. Гүзәл Кәримова һүҙҙәренсә, предприятиеның маҡсаты - Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫын һаҡлау, тергеҙеү һәм үҫтереү. Билдәләп үтергә кәрәк, “Легпром” еңел сәнәғәт форумы дүртенсе тапҡыр уҙҙы һәм яңыртылған форматта үтте, экспозиция тематик майҙансыҡтарға бүленде: “Дизайн биләмәһе”, “ЭТНО биләмә”, “Старт биләмәһе”, “Фабрика биләмәһе”, “Мода биләмәһе”, “Бала саҡ биләмәһе”, “Спорт биләмәһе”, “Махсус кейем биләмәһе”. Тармаҡ оҫталары индустрияны үҫтереү мәсьәләләрен һәм профилле етештереүселәргә ярҙам сараларын тикшереү маҡсатында бер урында йыйылды. Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә. Белешмә: Бөгөн 755 аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар етештереүсе проект дипломанттары булып тора. 28 меңдән ашыу (28167) төр тауар “Башҡортостан тауары” билдәһе менән билдәләнә. Фото: pravitelstvorb.ru