"Килен" спектакле тураһында бик күп фекерҙәр булды. Йәш яҙыусы Заһиҙә Мусинаның повесы буйынса режиссер Фирғәт Ғарипов сәхнәләштергән тамаша берәүҙе лә битараф ҡалдырманы, сөнки ул тормошсан, халыҡсан. Бына үҙе лә актер булған Сәғиҙулла Байегет ошо турала бик уйландырғыс фекерҙәрен уртаҡлашҡан. Уҡыйыҡ әле. "Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 104 се ижад миҙгелен режиссер Фирғәт Рәмил улы Ғарипов ҡуйған "Килен" спектакле менән асты. Көтөлмәгән хәл булды. Сөнки Фирғәт ҡусты был юлы күптәрҙе аптыратты, буғай, тиһәк, бик йомшаҡ булыр. Мине хатта бер килке шаңҡытҡыс нокаутка ла ебәреп алғандай тойолдо... Спектакль башында уҡ атайһыҙ тороп ҡалған ике кескәй ҡыҙ баланың тормошо тураһында асып бирҙе режиссер. Советтар Союзының ҡоларға торған осоронда балаларын нисек тә аяҡҡа баҫтырырға тип яфа сиккән һауынсы, ә үҙе ни сәбәптәндер уҫал әсә кешенең ғәзиз балаларын сыбыҡ менән ярғанын күреү күңелгә шом һалды. Әйтерһең, әсәйемдең бала сағындағы кисергән ауырлыҡтарының бер
"Алты бала үҫтергән әсәйебеҙ беҙгә сыбыҡ түгел, тауыш та күтәрмәне"
2 ноября 20232 ноя 2023
1 мин