Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әҙилә матур башҡорт ҡурсағы кеүек!

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Өфөлә I “Таҡыя” халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсы финалы үтте һәм еңеүселәр бүләкләнде. Ул “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ойошторолған Уҡытыусы һәм остаз йылына арналды. Конкурстың маҡсаты: милли кейемдәрҙә сағылдырылған традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм таратыу, этник элементтарҙы заман модаһына индереү һәм милләт-ара бәйләнештәрҙе нығытыу. Конкурстың финалында Иглин районынан ике оҫтабикә ҡатнашҡан – Турбаҫлы ауылынан Ғәбиҙә Вәлиева һәм Балтика ауылынан Жанна Хализова. Ғәбиҙә Вәлиева “Балалар милли кейеме – реконструкция” номинацияһында беренсе дәрәжә лауреаты булып танылды һәм “Ғаилә һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаған өсөн” махсус призына лайыҡ булды. Ә Жанна Хализова белорус костюмы менән ошо уҡ номинацияла өсөнсө дәрәжә лауреаты булды. Конкурста Ғәбиҙә Вәлиева ейәнсәре Әҙилә менән ҡатнашҡан. Улар башҡорт милли костюмын күрһәтте, ҡыҙыҡайға – бер йәш. Ә Жанна Хализованың белорус милли костюмын Белорус тарихи-мәҙәни үҙәге вәкиле Агата Хал

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Өфөлә I “Таҡыя” халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсы финалы үтте һәм еңеүселәр бүләкләнде. Ул “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ойошторолған Уҡытыусы һәм остаз йылына арналды. Конкурстың маҡсаты: милли кейемдәрҙә сағылдырылған традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм таратыу, этник элементтарҙы заман модаһына индереү һәм милләт-ара бәйләнештәрҙе нығытыу. Конкурстың финалында Иглин районынан ике оҫтабикә ҡатнашҡан – Турбаҫлы ауылынан Ғәбиҙә Вәлиева һәм Балтика ауылынан Жанна Хализова. Ғәбиҙә Вәлиева “Балалар милли кейеме – реконструкция” номинацияһында беренсе дәрәжә лауреаты булып танылды һәм “Ғаилә һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаған өсөн” махсус призына лайыҡ булды. Ә Жанна Хализова белорус костюмы менән ошо уҡ номинацияла өсөнсө дәрәжә лауреаты булды. Конкурста Ғәбиҙә Вәлиева ейәнсәре Әҙилә менән ҡатнашҡан. Улар башҡорт милли костюмын күрһәтте, ҡыҙыҡайға – бер йәш. Ә Жанна Хализованың белорус милли костюмын Белорус тарихи-мәҙәни үҙәге вәкиле Агата Хализова күрһәтте. Ярышта Башҡортостандан, Рәсәй төбәктәренән һәм яҡын сит илдән 42 модельер, кейем реконструкторы һәм үҙаллы оҫтабикәләр ҡатнашты. Конкурсанттар үҙенсәлекле милли кейемдәр – традицион, заманса, сәхнә костюмдары тәҡдим итте. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Иглин районы хакимиәте.