30 октябрҙә Белорет районында, Абҙаҡ – Белорет автомобиль юлында, “Volvo” йөк автофургоны һәм “Ивеко” йөк машинаһы ҡатнашлығында авария була. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡарап сыҡҡас, аварияла ҡатнашыусыларҙың береһенән һорау алыу ваҡытында “Ивеко” йөк машинаһының 1969 йылғы шоферының юл фажиғәһенән һуң юғалғаны асыҡлана. Уны эҙҙәре буйынса урманға инәләр һәм ағаста табалар. Был кеше Удмурт Республикаһынан булған. Мәғлүм булыуынса, ир авариянан һуң урманға инеп, үҙ-үҙенә ҡул һалған. Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлай. Бик ҡыҙғаныс, тимер табыла ул, тик кешене генә ҡайтарып булмай... Хөрмәтле юл йөрөүселәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, һауа шарттарына ярашлы тиҙлекте һайлағыҙ! Фото: скриншот.