Өфөлә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” проекты сиктәрендә Муса Гәрәев урамы асылды. Параллель рәүештә төҙөлгән Архитектор Рехмуков урамы менән бер рәттән ул Спорт көрәше үҙәгенә барыуҙы тәьмин итәсәк. Был өс объектты ла төҙөү баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арнала. Урамдың оҙонлоғо 493 метр, киңлеге – ете метр, ә тротуар киңлеге – өс метр. Уның буйынса Комсомол урамынан Рудольф Нуриев урамына тиклем һәм кирегә үтергә була. Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы яғынан алдан финанслауға булышлыҡ итеү арҡаһында проекты планлаштырғанға ҡарағанда 243 көнгә алдараҡ тапшырҙылар. Был - 2023 йылдан “Стимул” федераль программаһы буйынса алып барылған эштең икенсе этабы. Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, проект буйынса эштәрҙе тулыһынса 2024 йылда тамамларға ниәтләйҙәр. Төҙөлөш-монтаж эштәре ваҡытында бында һыу үткәргес һәм канализация, элемтә һәм йылылыҡ селтәрҙәрен күсергәндәр һәм алмаштырғандар. 470 метр ямғыр канализацияһы, шулай уҡ ҡорос газ үткәргес, дренаж һәм 31 ямғыр ҡоҙоғо ҡуйғандар. Термопластиктан һигеҙ мең метр юл тамғаһы һыҙғандар, 77 юл билдәһе ҡуйғандар, 131 квадрат метр тактиль плитә түшәгәндәр. Заманса тышҡы яҡтылыҡ системаһы эшләнгән. – Ҡаланың был өлөшөн төҙөкләндереү шуның менән айырыла: беҙ уны “йылғанан йылғаға тиклем” башҡарабыҙ. “Воронки” паркынан башланыҡ, аҙаҡ Ғафури исемендәге паркта дауам иттек һәм “Ҡурайлы малай” фонтаны майҙанына күсәбеҙ. Артабан Көрәш үҙәге һәм уның тирә-яғындағы биләмәгә барабыҙ һәм 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөйбөҙ. Беҙ, әлбиттә, һәр этапҡа шат. Был участканы алдан тапшырҙыҡ, кешеләр уның инфраструктураһы менән тиҙерәк файҙалана алһын тип тырыштыҡ, – тине Өфө мэры Ратмир Мәүлиев. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.