Бөгөн, 1 ноябрҙә, Мәскәүҙә Федерация Советында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә юғалып ҡалмаған, ҡурҡмаған һәм башҡаларҙың ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам иткән балаларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Сарала Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко, уның беренсе урынбаҫары Андрей Турчак, рәйес урынбаҫары Юрий Воробьев, Рәсәйҙең граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялар эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре буйынса министры Александр Куренков, сенаторҙар, Рәсәй Геройҙары булған почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Бүләкләнеүселәр араһында Стәрлетамаҡтан 14 йәшлек Анна Белякова ла бар. Уҡыусы былтыр 12 октябрҙә янған йорттан өс һеңлеһен һәм ҡустыһын ҡотҡарғаны өсөн “Күрһәткән батырлығы өсөн” миҙалы менән наградланды. Янғын сыҡҡан көндө Аннаның әсәһе өлкән балаларҙы мәктәпкә алып бара, ә ҡыҙ үҙен насар тойоп, өйҙә ҡала, шул уҡ ваҡытта уға һеңлеләрен һәм ҡустыһын ҡарарға ҡалдыралар. Бер мәл ҡыҙ йоҡлап китә, ә ҡурҡҡан һеңлеһе һелкетеп: “Өйҙә янғын!” - тип ҡысҡырыуына уяна. Анна юғалып ҡалмай, янған йорттан өс һеңлеһен һәм ҡустыһын алып сыға. Фото: https://t.me/bashkiria_ru/11550