Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бүздәк таҡмаҡсыһын күреп ҡайттыҡ!

“Бәйләнештә” төркөмөндә таҡмаҡсылар араһындағы уҙғарылған конкурста 1-се урынды Бүздәк районының Ҡартамаҡ ауылынан Ризида Ғәлимова яулағайны. Бөгөн Бүздәккә юлланып, таҡмаҡсыбыҙға редакциябыҙҙың дипломын тапшырып ҡайттыҡ. Был тарафта сәмле, дәртле, эшһөйәр халыҡ йәшәгәнен белә инек, әлеге сәфәребеҙҙә йәнә быға инандыҡ. Ризида Ғәлимова 65 йәштә лә дәртлелеге, ихласлығы, тормошто яратыуы менән һоҡландырҙы. Ул Иҫке Таулар ауылының мәҙәниәт йортонда Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Ғәзизова етәкселегәндә эшләп килгән “Мираҫ” татар халыҡ фольклор коллективына хатта күрше ауылдан йөрөргә өлгөрә. - Йырға һөйөү нәҫелдән. Атайым менән әсәйем бик матур йырланылар. Бигерәк тә халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙылар. Бала саҡтан уларҙың моңон күңелемә һеңдереп үҫтем. Шуға мин дә йырһыҙ тора алмайым, -ти әңгәмәсем. Ризида Миннеғәзим ҡыҙының оҫта таҡмаҡсы булыуын да тирә-яҡта белеп бөткәндәр. Таҡмаҡ әйтеүҙә уның алдына сыға алғандар юҡтыр. Бөгөн дә гәзитебеҙ уҡыусыларына үҙенең таҡмаҡлы сәләмен еткерҙе. - “Башҡортостан" гәзитенә киләһе ярты йыллыҡҡа үҙемә лә, еңгәмә лә бүләккә яҙҙыртасаҡмын, - тиеүе гәзитебеҙгә йылы мөнәсәбәтен сағылдырҙы. Бүздәктәр менән “Башҡортостан” гәзите араһында дуҫлыҡ ебе киләсәктә бары нығыныр ғына. Автор фотоһы һәм видеоһы.