- Башҡортостан йәштәренең «Киләсәк коды» проектына ҡыҙыҡһыныуы бик юғары. Волга буйы федераль округында уҡыуға ғаризалар һаны буйынса республика икенсе урында килә. Ғаризаларҙың күпселеген балалар үҙҙәре бирә, - тип хәбәр итте БР һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. Курсҡа инеү өсөн уҡыусыларға тест үтергә, ә уларҙың ата-әсәләренә уҡырға килешеү төҙөргә тура киләсәк. Уҡыу онлайн һәм офлайн форматта үтәсәк. Көндөҙгө дәрестәр өсөн бөтә ил буйынса 12 меңдән ашыу майҙансыҡ асылды. Курстарҙа уҡыусылар сайттарҙы, компьютер уйындарын, чат-боттарҙы, мобиль ҡушымталарҙы һәм нейрон селтәрҙәрен һынау һәм эшләүҙе үҙләштерә. Уларҙы дрон һәм роботтарҙы программаларға өйрәтәләр, шулай уҡ мәғлүмәт аналитигы, UX-дизайнер һәм DevOps-эшкәртеүсе һөнәрҙәре менән таныштыралар. Был эштәр "Мәғариф" милли проектына (национальный проект "Образование") ярашлы башҡарыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Фладимир Путин май указдары менән булдырылған.
Бушлай программалау курстарына ҡабул итеү тамамланды
1 ноября 20231 ноя 2023
~1 мин