1 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия фән-мәғариф үҙәгенең юғары уҡыу йорттары студенттарының донъя кимәлендәге кампусы төҙөлөшө майҙансығында булды. Уны “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы төҙөйҙәр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2022 йылдың декабрендә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Эталон” төркөмө кампус төҙөү һәм уны артабан файҙаланыу буйынса концессияға ҡул ҡуйҙы. Объект ике этапта төҙөлә. Тәүге сиратын, майҙаны 36 мең квадрат метр булған IQ-паркты быйылғы йыл аҙағынаса файҙаланыуға тапшырасаҡтар. Объектты ҡарағанда республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төҙөүселәрҙең финиш биҙәкләүенә тотоноуы һәм эштең тәүлек әйләнәһенә барыуы тураһында әйтте. Радий Хәбиров бина фасадының һәм эске бүлмәләрҙең дизайны менән танышты, раҫланған графикты күҙәткәндәре өсөн төҙөүселәргә рәхмәт белдерҙе. “Масштабы буйынса был – республикалағы һуңғы йылдарҙағы иң ҙур төҙөлөш, – тине Радий Хәбиров. – Бында 550 белгес ялһыҙ эшләй. Ваҡыт ҡыҫҡан шартт