Кисә кис билдәле блогер Рөстәм Нәбиев үҙенең телеграм-каналында атаһы тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. “Атайым менән мөнәсәбәттәр һәр ваҡыт ҡатмарлы булды. Ғүмеремдең ҙур өлөшөн мин уға үпкәләп йәшәнем. Ағайым менән икебеҙҙе ҡалдырған сағында миңә ике йәш тә тулмағайны. Шулай килеп сыҡты, атайым әсәйемде үлтерҙе һәм төрмәгә эләкте. Был турала ентекләп һөйләгем килмәй, һеҙ ҙә, зинһар, иғтибар итмәгеҙ. Был хәлдән һуң беҙҙе үҙенә атайымдың апаһы алған. Үҙенекеләр кеүек үҫтергәне өсөн ҙур рәхмәт уға. Атайым менән күрешеп торҙоҡ, тик ул беҙҙең тормошта әллә ни ҡатнашманы. Мине балалыҡ үпкәләре ебәрмәне: “Һин мине ҡалдырҙың, ташланың, һөйөү бирмәнең”. Ә ҙурайғас, мин күпте аңланым һәм ҡабул иттем. Күп нәмә өсөн атайымды ғәфү иттем. Беҙ бик оҙаҡ аралашманыҡ. Тик аҙаҡ мин беренсе аҙым яһаным һәм уның 55 йәшлек юбилейына ҡотлау ебәрҙем. Шул саҡтан беҙҙең аралашыу ипкә килде. Балаларым уны ныҡ ярата ине. Ғүмер буйы хыялланғанымды алдым. Былтыр 4 майҙа, 56 йәшендә, атайым вафат булды, инфа
"Ғәфү итмәҫлек хаталар яһаһа ла, мин ғәфү итә алдым..."
1 ноября 20231 ноя 2023
1 мин