Йыш ҡына ҡайһы берәүҙәр капиталь ремонтҡа иғәнәләрҙең законлы булыуына дәғүә белдерә. Ошо йәһәттән Башҡортостан Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлатма бирә. Рәсәй Конституцион Судының 2016 йылдың 12 апрелендәге 10-сы ҡарары буйынса капиталь ремонт өсөн иғәнәләр законлы тип табылған. Белгестәрҙең аңлатыуынса, иғәнә һалым да, йыйым да түгел, сөнки уларға хас булған билдәләр күҙәтелмәй. Был түләүҙең ҡәтғи маҡсатлы тәғәйенләнеше бар һәм ул милек хужаларының мәнфәғәтендә файҙаланыла. Шуға күрә капиталь ремонтҡа иғәнәләр түләүҙе индереү законға ҡаршы килмәй. Иғәнәләр йорттарҙы тейешле хәлдә тотоуға, уларҙы зыян килтереүҙән һаҡлауға йүнәлтелгән. Биналарҙың ҡасан алыныуына һәм милек формаһының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, капиталь ремонт фондын булдырыуҙа бөтә милек хужалары ҡатнаша. Фото:Башҡортостан Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы.