Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугир осрашыуға буш ҡул менән килмәгән

Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, Мәмбәт ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаштары менән осрашыу ойошторған. Осрашыу барышында мәмбәттәр яугир егеткә үҙ ҡулдары менән бәйләгән йылы әйберҙәрен тапшырһа, Тимур ҙа буш ҡул менән килмәгән - клубҡа гитара һәм өс ҡурай бүләк иткән. Тантаналы рәүештә егеттәргә йәш армеецтар танытмаларын да тапшырған, уларҙың киләсәктә ышаныслы алмашсы булып үҫеүҙәрен, Ватаныбыҙҙың батыр улдары булыуҙарын теләгән. Йәмле сәй табынында дауам иткән осрашыу барышында бала саҡ, мәктәп йылдары тураһындағы хәтирәләр менән уртаҡлашып, йылы осрашыуҙар тағы ла ҡабатланһын тигән теләктә таралышҡан ауылдаштар. Әйткәндәй, Тимур һәр ваҡыт ауылдаштарына иғтибар бүлергә тырыша. Уҙған ялында ул балалар баҡсаһына уйынсыҡтар бүләк иткән ине. Изге күңелле яҡташыбыҙға уңыштар юлдаш булһын. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялында көс туплап, махсус хәрби операция зонаһынан бөтә егеттәребеҙ менән бергә имен-һау йөрөп ҡайтырға насип булһын! Фото: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы сайтынан.